Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты 90 йыллығын билдәләне

Юбилей кисәһе район Мәҙәниәт һарайында үтте. Билдәле спортсы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналист һәм яҙыусылар сығарған белем усағы балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Гимназияның тыуған көнө хаҡында киләһе яҙмала.

Мәртәбәле ҡунаҡтар, гимназияны төрлө йылдарҙа тамамлаусы сығарылыш уҡыусылары, ветеран уҡытыусылар алдында сығыш яһау-оло яуаплылыҡ. Туған тел мөхитендә тәрбиәләнгән балалар саф башҡортса шиғыр һөйләп, йырҙар йырлай. Экранға сығарылған фото һәм видео иһә залда ултырыусыларзың барыһын да бала саҡҡа, мәктәп йылдарына алып ҡайтты.

Белем усағының тарихы Башҡортостанда тәүге нефть ятҡылығын табыу менән бәйле. 1935 йылда яҡын тирәләге Юрматы, Ирек, Бурансы, Көҫәпҡол, Иҫке Ишембай ауылдарынан килгән нефтселәрҙең балалары өсөн 7 йыллыҡ мәктәп эшләй башлай. Ике йылдан һуң, яңы 3-сө башҡорт мәктәбе үҙ ишектәрен аса.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты-республиканың алдынғы белем биреү усаҡтарының береһе. Бында уҡытыу, тәрбиә биреү, һәр баланы шәхес итеп үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Әлеге көндә гимназияла 800-гә яҡын уҡыусы уҡый, 70 педагог һәм тәрбиәсе эшләй.

Гимназияны тамамлаған күп уҡыусылар илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә хеҙмәт итә. Улар араһында билдәле ғалимдар, спортсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм башҡалар бар. «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә эшләүсе коллегаларыбыҙ-алып барыусылар Рита Шәмсетдинова, Фаягөл Дәүләтйәрова һәм журналист Рәмилә Исмәғилева ла тап ошо белем усағында уҡып сыҡҡан.

Гимназия үҙенең матди-техник базаһы менән дә ғорурлана ала. Бында төрлө проекттар, шул иҫәптән «Урал батыр» эпосын өйрәнеү түңәрәге, ЮНЕСКО клубы эшләй. Белем усағы Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Гимназистар төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа еңеү яулай. Юбилей кисәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр юғары наградалар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Байрам концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ