Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде

Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде. Гран-приға Өфөнөң урта махсус музыка колледжы уҡыусыһы Тимур Шаһивәлиев лайыҡ булды. Ул клип төшөрөүгә сертификат менән бүләкләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Таһир Шаһивәлиев «Сулпылар» проектының быйылғы еңеүсеһе. Өфөнөң урта махсус музыка колледжы уҡыусыһының был беренсе ҙур уңышы. Ғөмүмән, конкурсанттарҙың сығышын телевизор ҡараусылар йыл дауамында зәңгәр экрандарҙан, социаль селтәрҙәрҙән күҙәтеп барҙы. Улар менән ҡушылып бергә йырланы, еңеүгә ынтылды. Гала-концертҡа бәләкәй йондоҙҙарҙы дәртләндерер өсөн махсус килгән тамашасыларҙан да был асыҡ күренә ине.

Быйыл һайлап алыу турына йәмғеһе 115 ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 44 ҡатнашыусыһы-беренсе турға, 26 бала икенсе турға үткән. Ә финалға 14 көслө йәш йырсы ғына сыға. Улар оҫталыҡ дәрестәре, интенсив-тренингтар, фотосессияларҙа ҡатнашҡан, репертуар өҫтөндә эшләгән

Конкурс финалына етеү үҙе бер еңеү, ти ҡатнашыусылар. Сөнки, уның артында профессиональ башҡарыусыларҙан алған ҙур тырышлыҡ ята.

«Сулпылар»-Башҡортостан район-ҡалаларында йәшәгән меңәрләгән балаға ҡанат ҡуйыусы ижади майҙан. «Тамыр» телеканалының иң «оҙон ғүмерле» проекттарының береһе зәңгәр экрандарҙа 1992 йылдан алып сыңлай. Гөлсөм Бикбулатова, Марсель Ҡотоев, Сабина Кучаева, Лиана Хәбибуллина, Айҙар Рәҡипов, Гәлсәр Байғусҡарова кеүек бик күп башҡа йондоҙҙар тап «Сулпылар»ҙа ҡанат нығытҡан. Гала-концерттың телевизион вариантын тамашасыларға 31 декабрҙә республиканың төп телеканалы эфирында күрһәтеләсәк.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ