Рейтинг мәғлүмәттәрен Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. «Барыһы өсөн дә асыҡ» форумы сиктәрендә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уңышлы тәжрибәләр тураһында киләһе яҙмала.
Дискуссияны асып, Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексын тәҡдим итте. Башҡортостан рейтингта алдынғы төбәктәр иҫәбенә инеп, 11-се урын биләне. Рейтингтағы юғары күрһәткес граждандарҙың баһаһы нигеҙендә төҙөлгән. Уларҙы мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары биргән. Түңәрәк өҫтәл барышында республика тәжрибәһе лайыҡлы билдәләнде.
Республика башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында идара итеү командаһының инклюзияны үҫтереү буйынса эшмәкәрлек нигеҙҙәре менән таныштырҙы. Башҡортостанда 250 мең самаһы инвалид йәшәй, уларҙың һәр унынсыһы-бала. Төбәк етәксеһе, билдәләүенсә, уңайлы мөхит булдырыу буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
Радий Хәбиров ярҙамында Өфөлә, Нефтекамала, Күмертауҙа һәм Белоретта 5 реабилитация үҙәге, шулай уҡ райондарҙа 14 филиал асылды һәм яңыртылды. Инвалид балалар менән эшләүгә ҙур иғтибар бүленә. Былтыр «Салют» шифаханаһы нигеҙендә асылған республика реабилитация-белем биреү үҙәгендә бер йыл эсендә 6 меңдән ашыу тәрбиәләнеүсе хеҙмәтләндерелгән.
Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе йәмғиәткә яраҡлаштырыу ҙа-өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Төбәк етәксеһе балалар өсөн уникаль инклюзив саралар-«Бәләкәй принцессалар балы» һәм «Геройҙар биләмәһе» патриотик слетты ойоштороу тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.
Башҡортостанда дауалау һәм реабилитация өсөн сертификаттар тапшырыу системаһы ла индерелде. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумындағы ҡарарҙарҙың береһенә ярашлы, техник реабилитация сараларын булдырыу буйынса эш көсәйтелде.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында эшкә урынлашыусылар ҙа арта, бөгөн уларҙың һаны 25 меңдән ашыу. Араларында үҙ эшен асыусылар ҙа бар. Профориентация, социаль адаптация булһынмы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлауға булышлыҡ итеүме-мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт ярҙамы саралары ихтыяж менән файҙалана.
Республика башлығы етәкселегендә инвдалидтар эштәре буйынса Координация советы ла булдырылған. «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһын ғына алайыҡ, уны тормошҡа ашырыуға 1 млрд ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Мәскәүҙә үткән «Барыһы өсөн дә асыҡ» форумына килгәндә, Башҡортостандың уңышлы практикалары ил кимәлендә юғары баһа алды. Рейтингтағы юғары күрһәткес тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу буйынса эшкә яңы көс өҫтәргә булышлыҡ итте.
Илдар Байбулатов



