“Һөнәри байрам сәнәғәттең төрлө өлкәһендә эшләгән йөҙәр меңләгән белгесте берләштерә. Республика илдең индустрия үҙәктәренең береһе, сәнәғәт продукцияһының айырым төрҙәре буйынса Рәсәйҙә иң ҙур етештереүсе һанала. Сәнәғәттең алдынғы тармаҡтары булып химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, машиналар эшләү, металлургия һәм еңел сәнәғәт тора”-, тип яҙған социаль селтәрҙә сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.




