Өфөлә асыҡ һауала музей булдырыла

Уның өсөн “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы”  стелаһы эргәһендәге майҙансыҡ һайланған. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, урында паровоз ҡуйыу эштәре алып барыла. Нигеҙе, шпалдар һәм рельстар һалынған. Поездың айырым элементтарын ҡуйыу башланған, уны ошо көндәрҙә тамамларға тейештәр. Тимер юл составы, локомотив, интерактив булыр тип планлаштырыла. Өфө халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары машинист кабинаһына инеп, иҫтәлеккә фотоға төшә ала.

Фото №1 - Өфөлә асыҡ һауала музей булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ