Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насироваға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды. Бөтә илдең урындағы үҙидара вәкилдәрен йыйған тантаналы сара Кремлдең Екатерина залында үтте. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ҡотланы. Был көндө шулай уҡ Тәтешле районынан Фәғил Ниғәмәтйәнов һәм Радик Ғарипов та «Рәсәйҙең атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.




