Баймаҡ ҡаланың «Айыуҡай» балалар баҡсаһы 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Баймаҡ ҡаланың «Айыуҡай» балалар баҡсаһы 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрамда ата-әсәләр, ветеран тәрбиәселәр, кескәйҙәр ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһы 1980 йылда үҙ ишектәрен аса һәм үҙ эшенең оҫтаһы булған Зифа Ғүмәрова етәкселегендә эш башлай. 1999 йылда башҡорт балалар баҡсаһы статусын ала. Туған тел аша рухлы, юғары әхлаҡлы, әҙәпле балалар тәрбиәләү, уларҙың телмәрен үҫтереү төп бурыс итеп ҡуйыла.

2020-се йылдан балалар баҡсаһы менән Рәзинә Байегетова етәкселек итә. Әлеге мәлдә унда оҫта, эш һөйөүсән, ижади ҡарашлы, яуаплы, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан 32 хеҙмәткәр эшләй. Шуның 17-һе-педагог. Балалар баҡсаһының алты төркөмөнә йәш ярымдан алып ете йәшкә тиклем 122 бала йөрөй. Шайморатов һәм кадет төркөмдәре булдырылған. «Айыуҡай»ҙар йыл да ҙур уңыштарға өлгәшеп тора, ҡала балалар баҡсаһы араһындағы төрлө конкурстарҙа һәр саҡ алдынғылар рәтендә

Айыуҡайҙар Баймаҡ телевидениеһы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Тәрбиәселәр һәм балалар «Әкиәтле һандыҡ», логопедтар «Логознайка» тапшырыуҙарында ҡатнаша. Шулай уҡ «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә «Урал батыр мәктәбе» проектын уңышлы тормошҡа ашыра. Уның төп маҡсаты-мәшһүр «Урал батыр» эпосын өйрәнеү, үҫеп килгән йәш быуынды халыҡ педагогикаһы нигеҙендә тәрбиәләү, үҙ иленең патриоты итеп үҫтереү булып тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ