Башҡорт драма театры «Рядовойҙар» премьераһын күрһәтте

Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры репертуары сираттағы хәрби драма спектакле менән тулыланды. Был юлы ижади коллектив беларус драматургы Алексей Дударевтың «Рядовойҙар» пьесаһына мөрәжәғәт иткән. Ике көн дауамында барған премьера аншлаг менән үтте. 1985 йылда яҙылған әҫәр Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы һалдаттарҙың яҙмышын бәйән итә. Тамашасыға ябай һалдат донъяһы, һуғыш яланы, хатта күңелендәге алышын һүрәтләй.

Спектакль Бөтә Рәсәй заман драматургтары әҫәрҙәре конкурсында еңеү яулап та өлгөргән. Ул Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Рус миҙгеле» автономиялы коммерцияға булмаған ойошма тарафынан тормошҡа ашырыла.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ