Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә

Келәмдә-ҡатын-ҡыҙҙар. Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә. Көрәш һарайында көн һайын иртә менән кис гүзәл заттар араһында иң көслөләр билдәләнә. Яңыраҡ ҡына 54 һәм 70 килограмм ауырлыҡта еңеүселәр асыҡланды. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Наталья Самохина ла уңышҡа өлгәшеп, сираттағы раундҡа үтте. Ул Новосибирск өлкәһе өсөн сығыш яһай. Келәмдә спортсы яҡташы Лайло Скуратова менән осрашҡайны

Барыһы ла яҡшы үтте, мин бөгөн еңеүсе. Яҡташыма ҡарағанда көслөрәк һәм тәжрибәлерәк булып сыҡтым. Рингта һәр кем үҙе өсөн генә, тәү маҡсат-еңеү

Наталья Самохина, Бокс буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ