Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» программаһында еңеүселәргә 1 млн һумға иҫәпләнгән сертификаттар тапшырҙы. Ауыл ерендә йәш спортсыларҙы тәрбиәләүсе белгестәр аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тәбрикләнде. Көн тәртибендә төбәктә мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөкләндереү, Башҡортостан башлығы менән Тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр үтәлеше һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ауыл тренерҙарына-1 млн һум ярҙам. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ауыл биләмәләрендә эшләүсе тренерҙарға бер млн һумға иҫәпләнгән сертификаттар тапшырҙы. Ауылдарҙа балаларҙы спорт ярыштарына әҙерләгән, төбәктә йәштәр араһында спорт төрҙәрен үҫтереүгә күп көс һалған белгестәр тәбрикләнде.
Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республикала мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөкләндереү һорауҙары ҡаралды. Йыл аҙағына төбәктә 12 мәҙәни мираҫ объекты реставрацияланған. Сахаров, Тихониндар, Поликарповтар исемен йөрөткән йорттар тәртипкә килтерелгән һәм был эш артабан дауам итә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекттарына айырыуса иғтибарлы булырға ҡушты.
Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы менән Тура бәйләнеш ҡарарҙары үтәлешенә туҡталды. Бөгөнгө көнгә 6 меңдән ашыу мөрәжәғәттең 2 мең ярымы хәл ителгән. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡалған һорауҙар үтәлеше буйынса ярты йылдан һығымта яһап, теүәл һандар менән отчет әҙерләү маҡсатын ҡуйҙы.
Төбәктә туристар араһында ҙур һорау менән файҙаланған объекттарҙы һаҡлау, уларҙы махсус тәбиғи статус менән ҡурсаулау һорауҙары ла күтәрелде. Белорет районында Айғыр тауы, Баймаҡ районында Талҡаҫ күле һаҡлауға мохтаж. Был объекттар яҙмышы уларға федераль кимәлдә махсус статус ҡабул ителгәс хәл ителәсәк.
Ф.Миһранова




