Башҡортостанда Һалым хеҙмәте 35 йыллығын билдәләй

Федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға-35 йыл. Республика башлығы Радий Хәбиров Һалым идаралығының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостан һалым хеҙмәте ярҙамында быйыл республика бюджетына 488 млрд һум аҡса тупланған. Был былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, 30 процентҡа юғары. Һалым туплау кимәле буйынса Башҡортостан алдынғы төбәктәр исемлегендә. Яҡшы күрһәткестәр иҡтисадтың тотороҡло үҫешенә, социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ