Иглин районынан махсус хәрби операциялағыларға 57-се гуманитар конвой әҙерләнә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ылау ебәреүгә әҙерлек башланды. Был көндәрҙә Иглин ветерандар союзы штабында айырыуса йәнлелек. Иҫәп буйынса 57-се конвойҙы оҙатыу өҫтөндә эш тулы ҡеүәткә бара. Ғәҙәттәгесә, йөктөң дөйөм ауырлығы яҡынса 10 тонна тәшкил итәсәк. Иң кәрәкле әйберҙәр араһында автомобиль техникаһы, дрон детекторҙары, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм төҙөлөш ҡорамалдары бар. Шулай уҡ район халҡы яңы йыл бүләктәре лә әҙерләй. Посылкалар Иглин балы, ҡайнатмалар, тәм-том һәм шәхси әйберҙәрҙән туплана

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ