Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде

Бөгөн Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде. Яугирға операция Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостан филиалының клиника менән килешеүе буйынса башҡарылды. Уртаҡ проект буйынса айына бер тапҡыр хәрбиҙәргә бушлай пластик операциялар яһаласаҡ.

Вячеслав Андреев махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса алынған. Тәүҙә артиллерия, һуңынан пехота составында алғы һыҙыҡта була. Былтыр хәрби ҡаты яралана, күп ҡан юғалта. Тәүҙә Донецкийҙа, һуңынан Дондағы Ростов, Мәскәү табиптары уны үлемдән ҡотҡарып ҡала. Хәрбиҙең яу юлы тураһында уның битендәге йөйҙәр ҙә һөйләй. Тиҙҙән улар булмаясаҡ, сөнки егеткә пластик операция яһала.

2024 йылдың 19 майында миномет аҫтында ҡалдыҡ. Яғында ғына дрон шартланы. Ярсыҡтары эләкте. 2 литрҙан ашыу ҡан юғалтҡанмын, күп ҡатмарлы операциялар үткәрҙем. Ә бөгөнгө операция матурлыҡ өсөн кәрәк, өйләнәһе, балалар үҫтерәһем бар.

Вячеслав Андреев, Махсус хәрби операция ветераны

33 йәшлек егет тағы ла хирург бысағы аҫтына ятырға ҡарар иткән. Пластик операция «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы менән шәхси клиника араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә эшләнә, хәрбиҙәргә бушлай.

Пластик операцияны клиника директоры Артур Гасаев яһаны. Бер сәғәт тирәһе дауам иткән операциянан һуң Вячеслав тыуған яғы- Стәрлетамаҡ районына ҡайта. Сәләмәтлек торошо буйынса ул башҡаса ут эсенә бармай. Яугир һөнәре буйынса инженер -энергетик. Киләсәктә үҙ һөнәре буйынса эшләп, патриотик сараларҙа ҡатнашып һәм әлбиттә, өйләнеп, балалар үҫтереп йәшәргә маҡсаты бар.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ