Календарҙа ҡыш башланһа ла, көҙ китергә ашыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың коммуналь-хужалыҡ хеҙмәттәре яуым-төшөмгә әҙерләнә. Өфөләге Сәғит Агиш урамындағы ҡар иретеү станцияһының ике линияһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсерелгән. Былтыр ул 150 мең тонна йәки 7 мең йөк машинаһы ҡарҙы иреткән. Улар баш ҡаланың Киров, Октябрь райондарынан, трассаларҙан һәм «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» хеҙмәтләндергән урам-ихаталарҙан килтерелгән. 5-кә 10 метрлыҡ тимер рәшәткәләр аҫтындағы ҙур ваннала ҡар 30-35 градуста иретелеп, ҡаланың канализация коллекторына ағыҙыла. Белгестәр әйтеүенсә, ҡарҙы иретеү, уны полигондарҙа йыйыуға ҡарағанда экологик яҡтан күпкә хәүефһеҙ һанала.
Башҡортостанда ҡар таҙартыу өсөн 3 мең берәмек техника әҙерләнгән. Яуым-төшөм менән көрәшеү өсөн хеҙмәткәрҙәр штаты тулыландырыла. Әле республикала кәрәкле 3 мең ярым коммуналь хеҙмәткәр урынына ике мең 700 кеше эшләй. Ҡытлыҡ Өфө һәм Учалы ҡалаларында күҙәтелә. Бынан тыш, төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, боҙлауыҡҡа ҡаршы 2 мең тоннаға яҡын реагент һәм ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы запастары туплана.



