Өфөлә Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Урал» галереяһында Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, рәссам Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға орнаментализм техникаһында эшләнгән 20 картина ҡуйылған. Ижади эштәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Рәссам Зифа Толомбаеваға яҡташтарынан музыкаль бүләк. Илдең баш ҡалаһында илһамланып эшләгән замандашыбыҙ тыуған яғына ҡайтып, сираттағы картиналар серияһы менән һөйөндөрҙө. «Тылсымлы биҙәктәр» күргәҙмәһендә ул орнаментализм техникаһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын күрһәтә. Ижади эштәрҙә төрлө милләткә ҡараған кешеләрҙең образдары сағылыш тапҡан, эпос-риүәйәттәр һәм милли байрамдарға арналған картиналар ҙа бар.

Зифа Толомбаева Учалы районында тыуып үҫкән. Өфөләге һынлы сәнғәт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, педагог һөнәрен үҙләштерә. Бөгөн дә ул өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләй, «Халыҡ-ара художество фонды» Мәскәү рәссамдары берләшмәһе менән «Сәнғәт» дәресе өлкәһендә уҡытыусылар ассоциацияһы ағзаһы ла.

Зифа Толомбаеваның һәр картинаһы сағыу һәм күп ҡулланылған деталдәре менән айырыла. Биҙәктәр, тулҡындар, геометрик фигуралар һәм символдарҙан дөйөм бер образ барлыҡҡа килә.

Өфөнөң «Урал» галереяһында Тылсымлы биҙәктәр«күргәҙмәһе 14 декабргә тиклем эшләй. Артабан ижади эштәр менән яңы майҙансыҡта-112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында танышып була.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ