Артур Зөлҡәрнәев Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы. Белореттан Олимпия Мәхийәнова ла алтын миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ донъя беренселегендә дүртенсегә еңеү яуланы. Фуджейра ҡалаһында үткән турнирҙа Башҡортостан көрәшселәре бөтәһе 8 миҙал менән бүләкләнде.




