Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына реабилитация системаһы булдырылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, быйыл 2 мең ярымдан ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Яугирҙарҙы дарыу менән тәьмин итеү буйынса мониторинг алып барыла. Республика психотерапия үҙәгендә стационар ярҙам программаһы эшләй. Ул 30 көнгә иҫәпләнгән.




