Ташламаларҙы Башҡортостан парламенты раҫланы. Ул 3 йыл ғәмәлдә була. Республикала Рәсәй почтаһының 1 мең 240 бүлексәһе эшләй. Уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан. Льгота транспорт һәм биналарҙы һаҡлап ҡалырға, почта эшен тотороҡло алып барырға ярҙам итергә тейеш.




