Был турала парламентта комитет ултырышында Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе. Проект киләһе йылда ғәмәлгә ашырыла башлай. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 58 миллион һум бүленә. Комплекста йыл һайын 1 миллион 200 мең үҫенте әҙерләү мөмкинлеге була.




