Республикала дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә. Шәхес иҫтәлегенә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбйәлил районы яҡташтары Фәйзрахман Шәйхетдин улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалды. Фәйзрахман Хисмәтуллин 1965-1977-се йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетын етәкләй. Урындағы партия комитетының беренсе секретары вазифаһында ул үҙен алдынғы ҡарашлы, талапсан етәксе итеп таныта. Замандаштары уны һәр кемгә ихтирамлы, ярҙамсыл кеше тип иҫкә ала. Ул заманында райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Уның исеме Асҡар һәм Тупаҡ ауылдарындағы, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһындағы урамдарға бирелгән.



