Шаран районы Иҫке Тумбағош ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә Хәтер музейы асылды. Хәрбиҙәрҙең исемен мәңгеләштереү башланғысы менән оло юғалтыу кисергән ата-әсәләр исеменән уҡытыусы Виталий Сәйетов сыҡҡан. Үҙенең дә улы Артур алғы һыҙыҡта һәләк булған, бөгөн батыр иҫтәлегенә Герой партаһы булдырылған, мини-футбол буйынса турнирҙар уҙғарыла. Музейға килгәндә, унда яҡташ яугирҙар тураһында мәғлүмәт йыйылған, шәхси әйберҙәре, наградалары, фотоһүрәттәре ҡуйылған. Махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтылған хәрби ҡоралдар менән дә танышырға мөмкин. Тарихи дөрөҫлөк һаҡланған үҙәккә башҡа мәктәптәрҙән дә уҡыусыларға экскурсиялар уҙғарыу ҡарары ҡабул ителде.
Сарала ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған Артурҙы, шулай уҡ Иҫке Кичкинәш ауылынан Евгений Сәйетовты бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Ҡунаҡтар хәтер музейы экспозициялары менән танышыуҙан тыш, мәктәп уҡыусылары әҙерләгән илһөйәрлек рухындағы сығыштарҙы ла ҡараны.




