Республикала дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә. Шәхес иҫтәлегенә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбйәлил районы яҡташтары Фәйзрахман Шәйхетдин улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа шәхес эшмәкәрлеген иҫкә алдылар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ошо көндәрҙә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәйзрахман Хисмәтуллинға йөҙ йәш тулыр ине. Уҙған быуатта Әбйәлил районында КПСС комитетының беренсе секретаре вазифаһында эшләгән шәхес районды үҫтереүгә тос өлөш индергән. Фәйзрахман Хисмәттулинды яҡташтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, сәйәсмәндәр иҫкә алды.
Фәйзрахман Шәйхетдин улы үҙен алдынғы ҡарашлы, талапсан етәксе итеп таныта. Замандаштары уны һәр кемгә ихтирамлы, ярҙамсыл кеше булды тип иҫкә ала. Етәксе вазифаһындағы эшмәкәрлегенән тыш ул туған яҡты өйрәнеүгә, тарихты һаҡлауға йүнәлтелгән фәнни эш алып бара.
Фәйзрахман Хисмәттуллин 1977 йылда БАССР Контситуцияһын әҙерләү, ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан әүҙем дәүләт хеҙмәткәре. Яҡташтары өсөн ул яуаплы, талапсан етәксе булып иҫтә ҡалһа, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ул яғымлы олатай булған.
Фәйзрахман Хисмәттуллин Бөйөк Ватан һуғышында белорусс фронтында ҡаты яраланып ҡайтҡандан һуң тормошон тыуған районында хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Уның исеме Асҡар һәм Тупаҡ ауылдарындағы, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһындағы урамдарға бирелгән.
Ф. Миһранова



