Өфөләге предприятие һаҡсыл технологиялар ҡулланып етештереү ҡеүәтен ун процентҡа арттырған. Өфө быраулау ҡорамалдары заводы төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә яңы проект тормошҡа ашырып, икенсе ай яңыса алымдар буйынса продукция сығара. Предприятие етәкселеге производстволағы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләй. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Станок ярҙамында заказ биреүсе һыҙымдары буйынса нефть скважиналары өсөн тәғәйенләнгән продукция етештерелә, әле шына механик эшкәртеү үтә. Илмир Мортазин заводта яҡынса бер йыл эшләй, һуңғы айҙарҙа уның участкаһында үҙгәрештәр булған. Һаҡсыл технологиялар индерелеү менән артыҡ операциялар башҡарырға кәрәкмәй.
Быраулау ҡорамалдары заводында һаҡсыл технологиялар индерелеү менән, станоктарҙа эшкәртелгән деталдәр күләме лә артҡан. Предприятие быйыл «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу» федераль проекты ҡатнашыусыһы булған. Төбәк компетенциялар үҙәге ярҙамы менән эш урындары яңыртып ҡорола, ҡорамалдар күсерелә һәм технологик операциялар берләштерелә. Ете участка урынына хәҙер дүртәүһендә барлыҡ етештереү процессы ойошторолған.
Предприятиела быраулау ҡорамалдары өсөн фреза, шына, якорь етештерелә, етештереү ҡеүәте ун процентҡа артып, айына 220 берәмек продукцияға еткән. Улар Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәрҙә лә ихтыяж менән файҙаланыла.
Заводта һаҡсыл производство технологияларын индереү буйынса артабан да дауам итәсәк, хеҙмәткәрҙәр ҙә эш шарттарын яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индергән.
Гөлназ Хәйбуллина



