Башҡортостан менән Үзбәкстандың төрлө өлкәләрҙә күптәнге үҙ-ара хеҙмәттәшлек тарихы бар

Сәнәғәт кооперацияһы айырым урын биләй. Ташкент өлкәһендә берлектәге индустриаль парк булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. Үҙ сиратында Стәрлетамаҡта «Толпар» технопаркын булдырыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Күптән түгел Наманган өлкәһенең туҡыма етештереү предприятиеһы Өфөлә үҙ кибетен асты. Ике республиканың сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре генә нығынып ҡалмай, туризм өлкәһендә лә үҙ-ара мөнәсәбәттәр яйға һалына. Башҡортостан властары шулай уҡ фәнни-мәғариф һәм мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла республикабыҙҙан сыҡҡан шәхестәр менән бәйләнештә булырға тырыша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ