ӨФТУ-нда «Киләсәк моторы» алдынғы инженерлыҡ мәктәбе өсөнсө йыл уңышлы эшләй

Техникаға һәм фәнгә һөйөү мәктәп партаһынан башлана. Өфө фән һәм технологиялар университетында «Киләсәк моторы» алдынғы инженерлыҡ мәктәбе өсөнсө йыл уңышлы эшләй. Белгестәрҙең студенттар менән берлектә яһалған эшләнмәләре донъя аналогтарынан бер ҙә ҡайтыш түгел. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Авиация һәм машиналар эшләү өсөн техник конструкциялар етештереү-яуаплы һәм күп көс талап иткән процесс. Шуға ла һәр деталгә айырым иғтибар бүленә. Сөнки улар «Киләсәк моторы» алдынғы инженерлыҡ мәктәбендә эшләнә. Донъя кимәлендәге ғилми-тикшеренеү, етештереү һәм белем биреү маҡсатында 2022 йылда Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында махсус майҙансыҡ булдырыла. Бөгөн эш электромеханика һәм электротехника кеүек ике төп йүнәлештә алып барыла.

Эште беҙ алдынғы ҡарашлы студенттар менән бергә алып барабыҙ. Улар теоретик белемдән тыш, ғәмәли тәжрибә лә туплай. Уҡыусылар үҙ проекттарын тәҡдим итә, уның өҫтөндә эшләп, донъя кимәленә сығарыуға өлгәшә. Диплом алып сыҡҡансы уҡ улар юғары квалификациялы белгес булып таныла тип әйтә алабыҙ.

Михаил Охотников, Өфө фән һәм технологиялар университетының электромеханика кафедраһы мөдире, «Киләсәк моторы» алдынғы инженерлыҡ мәктәбе директоры

Инженерлыҡ мәктәбе, ғөмүмән, ғилми эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Былтыр сервопривод системаһын етештереү буйынса асылған уникаль үҙәк даирәләрҙе тағы ла киңәйтте. Механизмдар робототехникала, автомобиль эшләүҙә, хатта медицинала киң ҡулланыу таба. Әммә уларҙы Рәсәй баҙарында табыу еңелдән түгел. Яңы үҙәк импортты алмаштырып ҡына ҡалманы, донъя аналогтарын да уҙҙырҙы. Эксперттар шуға ла заман технологиялар үҫешенә бәйле мәсьәләләрҙә Башҡортостанды алдынғылар иҫәбендә тип билдәләй.

Әйткәндәй, декабрь урталарында инженерлыҡ мәктәбе электр машиналары буйынса 4-се Бөтә Рәсәй конференцияһын ҡабул итә. Өфөгә илдең танылған ғалимдары, инженерҙар, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре килеүе көтөлә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара белгестәргә үҙ эшләнмәләрен тәҡдим итеү һәм тармаҡ үҫешенә өлөш индереү өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ