Өфөлә шәфҡәт туташтары роботлаштырылған операциялар серҙәрен өйрәнә

Башҡорт дәүләт медицина университетында операция шәфҡәт туташтары өсөн Рәсәйҙә беренсе махсуслаштырылған уҡытыу курсы асылды. 4 көн дауамында Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар, Дондағы Ростов һәм Владивостоктың алдынғы клиникалары хеҙмәткәрҙәре роботлаштырылған хирургияла Башҡортостан табиптары тәжрибәһен үҙләштерәсәк.

Бөгөн шәфҡәт туташтары араһындағы бындай белгестәр ҙур һорау менән файҙалана. Курс өс майҙансыҡта үтә. Юғары уҡыу йортоноң роботлаштырылған операция клиникаһында опреация яһалһа, Вуз-ара студенттар кампусында-медицина изделиеларын стерилләштереү һәм эндоскоп ҡорамалдарҙы эшкәртеү мәсьәләләре ҡарала, ә университеттың аккредитация-симуляция үҙәгендә шәфҡәт туташтары база реанимацияһы һәм симуляция технологиялары буйынса белемен камиллаштыра.

Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында бөгөн роботлаштырылған биш система эшләй. Улар хирургия, травматология, маммография йүнәлештәре буйынса махсуслашҡан. Шәфҡәт туташтары Өфөләге уҡыу-уҡытыу курстарынан алған тәжрибәне киләсәктә үҙҙәрендә һынай аласаҡ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ