Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһын иҫкәртеү аҙналығы үтә

Уға ярашлы, табиптарҙан консультация алырға, аноним рәүештә анализ бирергә мөмкин. Профилактик сараларҙың бер өлөшө «Позитив мөхит» проекты сиктәрендә башҡарыла. Бында ВИЧ инфекцияһы менән зарарланған һәм әүҙем тормош алып барған ирекмән консультанттар күп яҡлы ярҙам күрһәтә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфөлә йәшәүсе Фәзилә 15 йылдан ашыу ВИЧ менән ауырый. Тормош иптәше йоҡторған сир асыҡланғас ул тәүҙә ҡурҡып ҡала, әммә әсә булыу теләге, башҡа пациенттарҙың рухи ярҙамы уға йәшәргә, үҫешергә, тулы тормош менән йәшәп улын тәрбиәләргә рухи көс бирә. «Позитив мөхит» проекты сиктәрендә ул үҙе консультация алып бара, башҡа кешеләргә психологик ярҙам күрһәтә.

«Позитив мөхит» проектына мөрәжәғәт итеүсе Аня 12 йыл элек ауырға ҡалғас ҡына тормош иптәшенең ВИЧ менән сирләүен асыҡлай. Ире быға тиклем күп йылдар СПИД үҙәктә иҫәптә торһа ла ҡатынына был диагнозды хәбәр итмәгән. Аня бөгөн сәләмәт малай үҫтерә һәм сир асыҡланғас та дарыуҙар эсергә, табиптарға даими күренергә кәңәш итә.

Бөгөн мин башҡа кешеләр кеүек сәләмәт, әүҙем тормош менән йәшәйем. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һаулыҡҡа иғтибарлы булырға саҡырам. ВИЧ статусы асыҡланғанда ла сәләмәт бала табырға була. Иң мөһиме терапияға яуаплы ҡарап табиптарҙы тыңларға кәрәк.

Аня, ВИЧ инфекцияһы менән ауырыусы

1 декабрҙән СПИДты һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү аҙналығы үтә. Ошо көндәрҙә граждандарға сир менән бәйле мәғлүмәтте еткерергә тырышабыҙ. ВИЧ инфекцияһына ҡаршы көрәш көнө 1988 -се йылдан алып ойошторола һәм ул спид ҡорбандарына бағышлана.

Республикала ВИЧ иҫкәртеү аҙналығы акцияһы сиктәрендә аноним рәүештә анализ бирергә була, төрлө үҙәктәрҙә консультатив ярҙам саралары ойошторола. Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһы менән 20 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора һәм һәр пациент күп яҡлы ярҙамға өмөт итә ала.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ