Унда башлыса инвалидтар эшләй. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн эш урыны булдырыу һәм ҡоролмалар һатып алыуҙа дәүләт ярҙамлаша. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Илдар менән Илгиз-менталь тайпылыштары булған игеҙәктәр. Бала саҡтан улар «Умарта» йәмәғәт үҙәгендә социаль яраҡлашыу үтә, ижад һәм физкультура менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә ағалы-ҡустылы Ғәлиевтар үҙәк нигеҙендә асылған кер йыуыу бүлмәһендә эш башлаған. Улар өсөн был-тәүге хеҙмәт урыны.
Эшкә урынлашыу-финанс түләү алыу ысулы ғына түгел. Ул инвалидтарға иртәге көнгә ышаныс, кешеләргә файҙа килтерә алыу тойғоһо бирә. Яңы тәжрибә, танышыуҙар урыны ла. Кер йыуыу бүлмәһе «Кадрҙар» милли проекты ярҙамында асыла. Ярым профессиональ кер йыуыу, киптереү машиналары һәм ноутбук һатып алына, бүлмә ремонтлана, елләтеү торбалары ҡуйыла. Килешеүгә ярашлы, эш биреүсегә сығымдарҙың бер өлөшө, йәғни 300 мең һумы кире ҡайтарыла.
Бында йылы йөн куртка, плед, автомобиль чехолдарынан алып көндәлек кейемдәрҙе лә йыуырға һәм киптереп алырға мөмкин. Инвалидтарға льгота һәм ташламалар ҙа ҡаралған.
Әлфинә Килдейәрова



