Өфөлә Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан концерт ҡуйылды

Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика китапханаһында концерт ҡуйылды. Күреү һәләте насар булған 60 уҡыусы алдында Өфө сәнғәт училищеһының эстрада-джаз бүлексәһе студенттары сығыш яһаны. Осрашыу аҙағында Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте активистарына Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ учреждениела прокуратура хеҙмәткәрҙәре инвалидтар хоҡуҡтары буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Башҡортостанда 250 мең самаһы инвалид йәшәй, уларҙың һәр унынсыһы-бала. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе йәмғиәткә яраҡлаштырыу, мәшғүллеген тәьмин итеү-өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн уларҙың 25 меңдән ашыуы эшкә урынлашҡан. Профориентация, социаль адаптация, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлауға булышлыҡ итеү кеүек мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт ярҙамы саралары ихтыяж менән файҙалана. «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға 1 млрд ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Төбәк башлығы етәкселегендә инвалидтар эштәре буйынса Координация советы булдырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ