Роснефть составындағы «Башнефть» компанияһы Башҡортостан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Архангельск өлкәһе һыу ятҡылыҡтарына 323 мең балыҡ ебәргән. Сентябрҙә “Башнефть” хеҙмәткәрҙәреҠариҙел йылғаһына 14 мең уҡбалыҡ төшөрҙө. Бындай саралар Росрыболовство белгестәре контроле аҫтында үтә, улар балыҡты ашатыу һәм үрсеү шарттарын иҫәпкә алып, оптималь урындарын билдәләй.Сентябрҙән ноябргә тиклем компания Башҡортостан, Татарстан, Архангель һыу ятҡылыҡтарына тағы 267 мең ваҡ балыҡ ебәргән. «Башнефть " тирә-яҡ мөхитте һаҡлаубуйынса комплекслы программаны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Ҡиммәтле балыҡтарҙың селбәрәһен һыуға төшөрөү -уларҙы ишәйтеү һәм һыу ятҡылыҡтарының экологик балансын күҙәтеүҙә мөһим аҙым. Киләсәк быуындар өсөн тирә–яҡ мөхитте һаҡлау - «Роснефть»тың үҫеш стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе.




