Салауат Юлаев батальоны яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырылған

“Булыч” ҡушаматлы һалдат Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған. Ул махсус хәрби операция биләмәһендә дошмандың тере көсөн һәм техникаһын юҡ иткән. Шулай уҡ бер нисә хәрбигә Жуков һәм беренсе, икенсе дәрәжә “Хәрби дан өсөн” миҙалы тапшырылған. “Хәрбиҙәрҙең наградалары уларҙың ҡыйыулығын һәм батырлығын күрһәтә. Беҙ республика ярҙам итмәһә, фронтта уңышҡа ирешә алмаҫ инек. Яугирҙар сираттағы хәрби бурыстарҙы үтәргә әҙерләнә”, - тип белдерҙе Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе, батальонға нигеҙ һалыусыларҙың береһе  Артур Йомағужин.

Фото №1 - Салауат Юлаев батальоны яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ