Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ташкентта Үзбәкстан менән Рәсәй араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров менән Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 10 миллиард долларҙан ашҡан. Быйыл 9 айҙа үҙ-ара сауҙа күләме һигеҙ процентҡа үҫкән. Экспорт һәм импорт та ыңғай динамика күрһәтә. Үзбәкстанда Рәсәй ҡатнашлығында 3 меңдән ашыу предприятие эшләй. Ултырыш йомғаҡтары буйынса Жамшид Ходжаев менән Радий Хәбиров Денис Мантуров ҡатнашлығында Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы. Документ сәнәғәт кооперацияһы һәм инвестиция сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы, сауҙа, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Үзбәкстан Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 4,2 процент өлөш менән етенсе урынды биләй. Башҡортостан башлығы шулай уҡ Рәсәй-Үзбәкстан бизнес-форумының пленар сессияһында булды. Рәсәй яғынан форумда сәнәғәт һәм энергетика тармаҡтарынан алып логистикаға һәм һанлы технологияларға тиклем, шул иҫәптән Башҡортостандан 50-нән ашыу эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкиле ҡатнашты.




