Төҙөлөш 2027 йылда башланырға тейеш. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ер участкаһы билдәләнгән, проект-смета документтары әҙер, ойоштороу мәсьәләләре хәл ителгән. Шулай уҡ ҡасаба билмәһен төҙөкләндереү ҡарала. Урамдарға яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла, велосипед юлы булдырыла. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.




