Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылдың көҙөндә ир кеше аҡсаһын инвестиция итеп һалырға теләгән. Интернетта ошо турала мәғлүмәт ҡалдырған. Уның менән бәйләнешкә сыҡҡандар, ялған биржа һылтанмаһын ебәргәндәр. Тәүге операцияларҙан һуң ир кеше бер аҙ табыш алған. Платформаның ышаныслы булыуына инанған инвестор сумманы арттырған, 5 миллион һум кредит алған, уға тағы 5 миллион һум өҫтәгән. Артабан, иҫәп менән операциялар башҡарыла алмауын күреп ҡалған. Мутлашыусыларҙың кәңәше буйынса һалым түләгән, табышты сығарыу өсөн яҡындарынан тағы 5 миллион һум алып тороп инвестиция иҫәбенә өҫтәгән. Ошонан һуң биржала булған аҡсаһы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, инвестиция буйынса остаздары менән дә элемтә өҙөлгән. Алданыуын аңлаған ир полицияға мөрәжәғәт иткән.




