Башҡортостанда 687 такси машинаһы эшмәкәрлеге туҡтатылды

Уларҙың хужалары гражданлыҡ яуаплылығын страховкалау тураһында килешеү төҙөмәгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, рейдтар барышында 189 компания һәм таксистың тейешле документтары булмауы асыҡланған. Уларға  ошо етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн бер ай ваҡыт бирелгән. Страховкалау тураһында килешеүгә ярашлы, такси машинаһы аварияға эләкһә пассажирға компенсация түләнә. Документ булмаһа таксист салондағы башҡа кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн яуап бирмәй.

Фото №1 - Башҡортостанда  687 такси машинаһы эшмәкәрлеге туҡтатылды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ