Бының өсөн 11 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. Республикала техника паркын яңыртыу программаһы ғәмәлгә ашырыла. Быйыл уның буйынса 700 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Вице-премьер-Ауыл хжалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, иҡтисади ауырлыҡтар булһа ла, республика хужалыҡтары яңы трактор-комбайндар алыуҙы дауам итә. Хаҡтар арта бара, шуға техниканы һаҡсыл файҙаланырға кәрәк.




