Александр Жаровский карьераһын “Салауат Юлаев” клубында дауам итергә ниәтләй

“Юлаевсылар” етәксеһе Ринат Бәширов ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 18 йәшлек хоккейсының Өфө командаһы менән контракты тағы ла йыл ярым ғәмәлдә була. Быйыл йәй һөжүмсе НХЛ драфтында “Монреаль” тарафынан һайланды. Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионатында Александр Жаровский әлегә 20 мәрәй туплап өлгөргән.

Фото №1 - Александр Жаровский карьераһын “Салауат Юлаев” клубында дауам итергә ниәтләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ