Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында яңы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре барланды

Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Динис Мантуров етәкселегендәге рәсми делегация составында Үзбәкстан Президенты Шәфҡәт Мирзиёев менән осрашыуҙа ҡатнашты. Көн тәртибенә иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрендә берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, мәғариф һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре сығарылды.

Яҡтар тауар әйләнеше динамикаһын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән саралар ҡабул итеү, индустриаль биләмәләрҙе үҫтереү йәһәтенән кооперацияны йәнләндереү, төбәктәр һәм бизнес кимәлендә бәйләнештәрҙе арттырыу тураһында килеште. Башҡортостан Үзбәкстан менән күп яҡлы хеҙмәттәшлеккә көйләнгән, тине Радий Хәбиров.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ