Радий Хәбиров Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев һәм Фирғәнә өлкәһе хакимы Хайрулло Бозоров менән осрашты. Республика башлығы менән Ташкент өлкәһе етәксеһе араһындағы һөйләшеүҙә эшҡыуарҙар һәм муниципалитеттар кооперацияһын үҫтереү юлдары барланды. Сәнәғәт үҫешкән төбәктә үзбәк-башҡорт технопаркын булдырыу ниәте тормошҡа ашырыла.
Фирғәнә өлкәһе етәкселеге менән осрашыуҙа сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Шулай уҡ йәшелсә-емеш импортлау тураһында ла һөйләшеп килешелде. Раадий Хәбиров Үзбәкстанға эш сәфәрен үтә лә һөҙөмтәле булыуын белдерҙе.




