Башҡортостанда күп балалыларға бушлай хоҡуҡи ярҙам тураһында закон ҡабул ителде

Документҡа Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Шарттары шундай: ғаиләлә кәмендә өс бала булырға тейеш, ярҙам өлкән балаға 18 йәш, йәки, көндөҙгө бүлектә уҡыһалар, 23 йәш тулғансы күрһәтелә. Ишле ғаиләләр бындай ярҙам менән торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн, эш биреүсе менән бәхәстәрҙә, пенсия һәм пособие мәсьәләләрен хәл иткәндә һәм башҡа проблемалар килеп тыуған осраҡта файҙалана ала.

Фото №1 - Башҡортостанда күп балалыларға бушлай хоҡуҡи ярҙам тураһында закон ҡабул ителде
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ