Башҡортостан Хөкүмәте менән Финанс министрлығы тарафынан етенсе йыл рәттән ойошторолған бәйгелә төрлө эшмәкәрлек алып барған предприятие-ойошмалар ҡатнашты. Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров еңеүселәрҙе һәм лауреттарҙы ҡотлап, төбәктең бюджет сәйәсәте, социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштырҙы. Һалым килемдәре ҡуйылған бурыстарҙы ваҡытында һәм тулы кимәлдә тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Быйыл «Йыл һалым түләүсеһе» исеменә 165 ойошма менән шәхси эшҡыуарҙар дәғүә иткән. Улар араһында бер нисә тапҡыр еңеү яулаусылар ҙа бар. Әйтәйек, 30-ан ашыу компания конкурста йыл һайын тиерлек ҡатнаша. Тантанала билдәләнеүенсә, былтыр бюджетҡа 202 миллиард һум аҡса килгән. Уның 17 миллиарды бөгөнгө еңеүселәргә тура килә.



