Дауаханала «Парус» күсмә рентген-аппараты барлыҡҡа килде. Медицина ҡорамалын махсус бүлмәлә генә түгел, палаталарҙа ла ҡулланырға мөмкин. Был ауыр сирле пациенттарҙы диагностикалауҙа уңайлы. Заманса аппарат яһалма интеллект системаһы менән эшләй. Рентген һүрәте шунда уҡ табип эшләгән компьютерға килә.
Рентген ҡоролмаһынан тыш, дауаханаға заманса УЗИ аппараты, электрокардиограмма һәм һәм ҡан баҫымын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү комплексы ла алынған. Үҙәк район дауаханаһы яҡынса 18 мең ярым кешене хеҙмәтләндерә. Муниципалитетта 32 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм өс табип амбулаторияһы эшләй.



