Өфөлә Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан башҡорт параатлеттары өсөн тантаналы сара үтте

Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Руслан Хәбибов спорстыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бөгөн төбәктә мөмкинлектәре сикләнгән 250 меңгә яҡын кеше йәшәй, уларҙың 20 меңдән ашыуы-балалар. Йыл һайын инвалидтар араһында тиҫтәләгән спорт сараһы үтә, паралимпия берләшмәһе лә йылдам үҫешә.

Спорттағы еңеүҙәрен республика кимәлендә лайыҡлы баһаланыуына шатмын. Беҙҙә адаптив спорт үҫешенә юғары иғтибар бүленә. Спортсылар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.

Алһыу Насирова, Дзюдо буйынса Европа чемпионы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ