Урындағы халыҡ был объектты һорап Республика башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында мөрәжәғәт иткәйне. Уларҙың хыялы тормошҡа ашты. Хәҙер ауылда яңы ФАП.
Быға тиклем Мерәҫ ауыл халҡы 1988 йылда төҙөлгән бинала ҡабул ителә. Унда «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса эшләүсе тәжрибәле фельдшер Ольга Парфенова дүрт йөҙҙән ашыу кешегә ярҙам күрһәтә. Хәҙер ауыл халҡының уңайлы шарттарҙа табиптан ваҡытында консультация алыу, кәрәкле процедуралар эшләтеү һәм ашығыс беренсе ярҙам алыу мөмкинлеге бар.
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы, «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында төҙөлә. Ауыл хаҡының оло шатлығын хаҡлы ялда булыусы медицина хеҙмәткәрҙәре лә тәбрик итеп, бүләк тапшырҙы.
Баймаҡ районы медицина учреждениелары инфраструктураһын әүҙем үҫтерә. Мерәҫ ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктынан тыш, 2025 йылда Урғаҙа ауылында яңы амбулатория сафҡа инде, тиҙҙән Юлыҡ ауылында табип офисы асыласаҡ. Бындай ваҡиғалар ауыл халҡы өсөн ҙур шатлыҡ, сөнки медицина ярҙамы алыу тағы ла сифатлыраҡ һәм уңайлыраҡ буласаҡ.



