Өфөлә «Бизнес һаҡсылары» бүләкләнде

Премия эшҡыуарҙар өсөн уңайлы мөхит булдырыусыларҙы һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙы билдәләүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар араһында-коммерсанттар, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре, шулай уҡ юристар бар. Уларҙың хеҙмәте 8 номинация буйынса баһаланды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һүҙ судта ярҙам итеү түгел, ә административ кәртәләрҙе еңеп сығыуҙа йәки халыҡ-ара баҙарҙа мәнфәғәттәрҙе яҡлау тураһында бара. Премия иң яҡшы тәжрибәләрҙе таратырға мөмкинлек бирә. Шулай итеп, йүнселдәр бизнес һаҡсылары хаҡында яҡшыраҡ белә башлай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ