Ошо уңайҙан Матбуғат йорто «Изге подписка» акцияһын иғлан итте. Ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып яҡындарыңа, ветерандарға файҙалы бүләк эшләргә мөмкин. Акцияла ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле приздар ҙа уйнатыла. Башҡортостанда алты телдә 145 гәзит- журнал нәшер ителә һәм бөтә баҫмаларға Изге подписка акцияһы буйынса ташламалы хаҡ менән яҙылырға була.



