Әсәләр һәм ҡыҙҙар араһында сәмле ярыш. Баймаҡ районында -үҙенсәлекле матурлыҡ һәм ижад конкурсы ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар сәмле ярыш барышында үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡараны. Үҙҙәре менән таныштырыу маҡсатын ҡуйған визит карточкаһы. Милли кейемдәге дефиле. Конкурсанттар башҡарыуында йырҙар һәм бейеүҙәр. Бер нисә минут эсендә улар үҙҙәренең барлыҡ ижади һәләттәрен күрһәтте.
Матурлыҡ һәм ижад район конкурсының финалына береһенән-береһе дәртле, уңған, тырыш, батыр 4 әсәй һәм ҡыҙҙар сыҡты. Жюриларҙың баһа һөҙөмтәләре буйынса Гран-прины Сибай ҡалаһынан ике ҡыҙы менән килгән Эльвира Ғүмәрова яуланы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла дипломдар, йомарт бағыусылар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды.
Конкурс әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар араһындағы мөнәсәбәтте, ғаилә ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Бәйге барышында район мәҙәниәт йорто артистары һәм уның янында эшләп килгән түңәрәктә шөғөлләнеүселәре сығыш яһап уны музыкаль яҡтан биҙәне.
Рүзилә Ғүмәрова



