Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәте флагмандары менән эш пландарын тикшерҙе. Осрашыуҙа «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов, «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков ҡатнашты. Республика майҙансығында Рәсәй сәнәғәтенең ике ҙур флагманы-Газпром һәм Ростехтың көслө тандемы барлыҡҡа килде. «ОДК-Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асылда, Газпромдың төп партнерҙарының береһе булып тора,-тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бынан тыш, «Ростех» дәүләт корпорацияһы менән ведомство-ара комиссияның сираттағы, 12 -се ултырышы ла үтте. Был берлектәге эшмәкәрлектең бик һөҙөмтәле форматы, ул дәүләт корпорацияһы контурына ингән предприятиеларҙың күп мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирә.




