Өфөлә «Беҙ-Рәсәй граждандары» федераль программаһы сиктәрендә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә төп рәсми документ-паспорт тапшырылды. Малай-ҡыҙҙарҙың барыһы ла «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары. Тантаналы сара Халыҡ-ара ирекмәндәр көнөнә бәйле ойошторолдо. Рәсми документты йәш граждандар Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡулынан алды. Паспорт-шәхес танытмаһы ғына түгел, уға эйә булған һәр кеше Рәсәй Федерацияһының тулы хоҡуҡлы гражданы. Был-илде яҡлау, оло быуын тураһында хәстәрлек күреү һәм тарихты белеү бурысын да йөкмәтә, тине халыҡ һайланыусыһы.
Артабан, сараның икенсе өлөшө түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Дәүләт думаһы депутаты «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе, кәңәштәрен еткерҙе. Ирекмәнлек эшенә бәйле сетерекле мәсьәләләргә аныҡлыҡ индерергә тырышты. Проект ҡыҙҙары төбәктә гуманитар ылау туплап, алғы һыҙыҡҡа илтә, хәйриә концерттарын ойоштора. Ошо рәүешле улар яугирҙарҙың рухын күтәреп Еңеүгә әйҙәй.



