"Газпром" һәм "Ростех" ышаныслы стратегик партнерҙар

Радий Хәбиров шулай  тип  белдерҙе.   Республика  Башлығы "Газпром" етәксеһе урынбаҫары Виталий Маркелов һәм "Ростех" авиация комплексы  индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән осрашты. Өфөлә газ турбиналы двигателдәр етештереүҙе яҡшыртыу мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан, "Газпром" һәм "Ростех" хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә яңы двигатель эшләп сығарыла башланы. Әле сәнәғәт предприятиеларында һынау бара. - Берҙәм эшмәкәрлектең тәүге һөҙөмтәләре барланды. Төп йүнәлеш - ҡеүәтле, яңы индустриаль двигателдәр эшләп сығарыу. Был өлкәлә уңыштар бар, - тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - "Газпром" һәм  "Ростех" ышаныслы  стратегик партнерҙар
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ